Беҙ - тәбиғәт балалары
Йыл миҙгелдәре.
Көҙ
Йәмле йәй
Үтеп тә китте.
Һары күлдәк кейеп
Көҙ килеп етте
Ағастарға ул
Алтын нур һипте
Ҡоштар ҙа инде
Көньяҡҡа ките.
Йәй
Көләс ҡояш, йәмле Еҙем,
Һыу инеп кинәнәбеҙ.
Болотлаһа, «"Сыҡ, сыҡ" - тейеп
Ҡояшҡа инәләбеҙ.
Йәй миҙгелен бигерәк тә
Яраталар балалар.
Ҡасан етер Инде тейеп
Гелән көтөп алалар.
Ҡыш
Иртән йоҡонан торһам,
Донья яҡтырып киткән!
"Нимә булған, аңламайым?
Ә-ә-ә. Тәүге ҡар яуып үткән"
Бөтә ерҙә аҡлыҡ-сафлыҡ,
Йүгереп сыҡтым тышҡа.
"Төклө аяғың менән " – тип
Ихлас өндәштем ҡышҡа.
Яҙ.
Бөгөн өй ҡыйыҡтарынан
Тәүге тамсылар тамды.
Ҡыш үтте, бар тәбиғәт
Йоҡоһонан уянды.
Күп тә үтмәҫ Еҙемдә
Шаулап-шаулап боҙ китер,
Умырзаялар күренер,
Сыйырсыҡтар ҙа килер.
«Йәнлектәр.
Айыу.
Алпан-толпан баҫып килә
Урман хужаһы – айыу.
Әгәр үкереп ебәрһә,
Иң шәбе –бынан тайыу.
Бүре.
Урман санитары тиҙәр
Уҫал йыртҡыс – бүрене.
Йәнлектәргә һунар итеп
Күп ерҙәрҙә йөрөнө
Тыуған ер
Еҙем
Еҙем аға, Еҙем аға
Ашыға Ағиҙелгә
Оло апаһы менән
Бергә донья гиҙергә
Ағиҙелдең ҡушылдығы,
Беҙҙең Еҙем йылғаһы
Уны буйлап әгәр йөҙһәң
Күрерһең һин доньяны.
Морат шишмәһе.
Һаулыҡ таратыусы тиҙәр
Беҙҙең Морат шишмәһен
Шифаһы бик тейә тиҙәр
Күңелегеҙ төшмәһен
Йомаҡтар
Еҙемдең был урынында
Һыу инмәгәндәр һирәк.
Йылы йәйге көндәрҙә
Гөрләп тора …..
Олотау аҫтынан сығып
Еҙемгә ҡушылырға
Йырлай-йырлай ашҡына ул
Таҙа шишмә …..
Киңлегенә күңеле ташып
Йырлап ебәрер башҡорт.
Тау башында йәйрәп ята
Оло ялан ..
Был ҡаяның матурлығын
Белмәһәң барып ҡара.
Быуаттарға сәләм бирә
Мөһабәт ..
Бәләкәй генә был тауҙың
Бейеклеген кем үлсәр
Олотау янында тора
Кескәй генә тау - ..
Күпме илдәрҙе күрҙем
Күпме йылғалар гиҙҙем,
Тик һинән дә матурыраҡ
Йылға юҡтыр ул, ..
Арҡайорттоң аръяғына
Төшкән саҡта шаулама,
Һыуҙың шаулауын боҙорһоң,
Сөнки бында …
Еҙемдең Уҡлыҡаяға
Һуғылып киткән урын
Һыу инергә йәтеш кенә
Урынлашҡан …..
Төҫтәр батшалығына
Беҙҙең ҡаялар оҡшаш,
Еҙем буйлап теҙелгәндәр
.. .. .. .. ….. .. .. .. .. ..
Боҙҙар батшалығы кеүек
Был мәмерйә бик серле,
Күп яҡтарҙан килгәндәргә
Сәләм бирә ..
Яуаптары: Өстирәк, Ташйылға, Арҡайорт, Алыпҡара, Бүлсәр, Еҙем, Шарлама, Ташморон, Аҡташ Һарыташ Күкташ, Киндерле
Әкиәт.
Борон-борон заманда Урал тауының бик матур урындарының береһендә бер ауыл булған. Был ауылдың тәбиғәте шул тиклем матур булған, уны һүҙ менән генә аңлатып булмаған. Ауылдың бер яғында түбәһе күккә олғашҡан тауҙар теҙелеп киткән. Ул тауҙарҙа төрлө –төрлө ағастар үҫкән, береһенән-береһе шаяныраҡ йәнлектәре көн күргән, тап-таҙа һыулы йылғаларында былыҡтарҙың ниндәй генә төрө булмаған да, һауала ниндәй генә ҡоштар осмаған.
Был ауылдың кешеләре лә тәбиғәттән биргән ошо матурлыҡты күңелдәренә һеңдергән кеүек саф күңелле, намыҫлы, изгелекле, ярҙамсыл, дәртле һәм шаян булғандар. Ауыл халҡы һәр саҡ берҙәм булған, ауырлыҡтар килһә, бер төптән торғандар, ауыр саҡта һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙамға килгәндәр. Ләкин бәхетле тормош оҙаҡҡа бармаған. Был ерҙең байлығы тураһында белеп ҡалған ҡара көстәр уны баҫып алыр өсөн һуғыш башлағандар.
Ауыл халҡы һәр саҡ был яуҙарға ҡаршы торор булған. Уларҙы Сәғит тигән бер ир көрәшкә күтәргән. Сәғит үҙе көслө, аҡыллы, ғәҙел кеше булған, шуға күрә барыһы ла уға ышанған һәм таянған.
Бер саҡ Ҡаф тау был илгә тағы ла бер ҡара яу ябырылған. Ауылдың ҡурҡыу белмәҫ ирҙәре берҙәм көрәшкә күтәрелгән. Ләкин дошман ғәскәре бик көслө булған шул. Сәғиттең яугирҙәре һуғыша-һуғыша урманға табан сигенгән. Урманға еткәнсе һуғыш тынмаған. Шул саҡ ауылдыҡылар бөтәһе бергә урмандағы бейек тауға менеп киткәндәр.
- Дошман ғәскәренең артабан нимә эшләүен белер өсөн һин ошо ерҙә йәшеренеп ҡал, мырҙам,- тип, Сәғит үҙенең бер туған ҡустыһын ошо тауға менгән ерҙәге соҡорға йәшеренергә ҡушып ҡалдырап киткән.
Дошмандар тау аҫтына килеп еткәс, "Был тауҙың менә торған юлы бик бейек, әйҙә уларҙың төшкәнен ошонда көтәйек, бындай һалҡын көндә улар тау башында оҙаҡ тора алмаҫтар, кире төшөрҙәр", тип, шунда туҡталып ҡалғандар. Был турала ваҡытында белеп ҡалған Сәғит, урау-урау юлдар табып тауҙан төшкән дә, Бер ни уйламай ятҡан дошман яугирҙәренең артынан сығып һә тигәнсә уларҙы ҡырып та һалған.
Бынан һуң ауыл кешеләре яңынан үҙ ауылдарына ҡайтҡандар. Бөтәһе лә Сәғиткә рәхмәт уҡыған, уны данлап йырҙар йырлағандар, байрамдар үткәргәндәр.
- Бер дошманды ҡырыу менән генә илебеҙгә тыныслыҡ килмәҫ. Ҡасан да булһа ниндәйҙер яуыз көс тағы ла баҫып кереүе бар. Бер ваҡытта ла илгә яу килмәһен өсөн нимәлер эшләргә кәрәк, - тип, Сәғит кенә тынысланмаған. Ул ололарҙы йыйып кәңәш ҡорған. Тик ололар ҙа сығыр юл тапмағандар. Шул саҡ иң оло аҡһаҡал яйлап тороп һүҙ башлаған:
- Сәғит улым, беҙгә, әлбиттә, тыныс илдә йәшәү мөһим. Тик бына ул тыныслыҡты нисек табыу юлын белмәйбеҙ. Бәлки ул юлды беҙгә тәбиғәт өйрәтер. Элек ололарҙың һөйләүе буйынса ошо беҙҙең тирәлә Ер ҡыҙы йәшәгән ти. Ул кшеләргә һәр ваҡыт ярҙам иткән, уның арҡаһында ғына беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ауыр саҡтарҙа иҫән ҡала алғандар. Ләкин Ер ҡыҙы һәр кемгә лә күренеп бармай ти. Уның менән һөйләшеү өсөн бары бер генә шарт кәрәк. Ул шарт: һинең күңелең саф булырға тейеш. Сәғит улым, беҙ һине бала сағыңдан башлап беләбеҙ, күҙ алдында үҫтең. Минең уйлауымса, һинән дә изге күңелле кеше юҡтыр ул. Ул Ер ҡыҙы менән һин генә һөйләшә алырһың, - тигән.
- Ер ҡыҙын ҡайһы ерҙә осратырға һуң»? – тип һораған Сәғит.
- Ошо ауыл осондағы тауға менеп йөрө. Һин уны үҙең бер ҡасан да таба алмаясаҡһың. Ул һине үҙе табасаҡ -,– тигән аҡһаҡал.
Сәғит сығып киткән. Ошо урманды нисә тапҡыр арҡырыға буйға үткәнен үҙе лә онотҡан. Арып-талып бөткән. Ләкин һаман да Ер ҡыҙын осратырға өмөтөн өҙмәгән. Йөрөй торғас бер ағас төбөнә ял итергә ултырған. Ултырыу менән ни өсөндөр ныҡ итеп йоҡоһо килә башлаған. Күпме генә тырышһа ла күҙҙәре үҙенән-үҙе йомола икән. Ләкин Сәғит бирешмәгән. Шул ваҡыт артында:
- Һаумы, егет -, тигән тауыш ишеткән. Әйләнеп ҡараһа артында сибәрҙәрҙән-сибәр бер ҡыҙ баҫып тора икән. Уның һылыулығына иҫе киткән Сәғит ни тип әйтергә лә белмәй урынында ҡатҡан да ҡалған.
- Нисә йылдар буйы һине күҙәтәм. Батырлығыңды ла беләм, күңелеңдә яуызлыҡ юҡ икәнлеге лә миңә билдәле. Тик былай ҡыҙҙар алдында бәлтерәп торғанлығыңды күргәнем юҡ ине әле,- тип теге ҡыҙ сылтырап көлөп ебәргән.
- Һеҙ кем,- тип һораған Сәғит.
- Үҙең нисә көндәр буйы мине эҙләнең, ә күргәс белмәмешкә һалышаһың,- ҡыҙ һаман көлөүен туҡтатмаған.
- Ер ҡыҙы?!
- Эйе, мин Ер ҡыҙы булам,- тип ҡыҙ етди һөйләшеүгә күскән, - һинең кем икәнлегеңде лә, ни өсөн йөрөүеңде лә беләм. Тик минең турала бер нимә лә һорама. Мин тәбиғәт балаһы, ябай кеше балаһы минең тормошома ҡыҫылырға тейеш түгел.
- Ә беҙгә ярҙам итә алаһыңмы?
- Ярҙам итә алмаһам, килеп йөрөмәҫ инем. Ярҙам итеү юлы бар. Әйҙә, минән ҡалма.
Ҡыҙ Алдан киткән, ә Сәғит был хәл өндәме, төштәме тип уйлай-уйлай уның артынан ҡалмаған. Бер тын барғас ҡыҙ туҡталған да, уң ҡулын һелкеп ебәргән. Шул ваҡыт уларҙың алдында ҡапыл бер соҡор хасил булған да, ул соҡорҙоң эсенән бөтә яҡтары ла бер тигеҙ булған бер таш килеп сыҡҡан.
-Иғтибар менән тыңла,- тигән Ер ҡыҙы,- хәҙер һиңә һөйләйәсәк һүҙҙе ҡайтҡас башҡаларға һөйләрһең. Тик шуны бел: был таштың урынын һинән башҡа бер кем дә белергә тейеш түгел. Һинең алдыңда ятҡан таш ул ябай таш түгел, ә Иман ташы. Ошо таштың бик ҙур көсө бар. Ул ташты күргән кешеләр ғүмер буйына башҡаларға бары тик изгелек кенә эшләйәсәк. Ә был таш ер өҫтөнә сыҡты иһә бөтә яман көстәр уны мең саҡрымдан урап ҡасасаҡ. Ләкин был ташты күп кешегә күрһәтергә ярамай. Уның көсө бөтә. Хәҙер Инде был таш тураһында һин дә беләһең. Ярҙам кәрәк булһа ошо таш янына кил. Улһиңә ярҙам итер.
Шул ваҡыт ер һелкенгән дә, Иман ташы яңынан ер аҫтына инеп юғалған.
- Бына, һине ул ҡабул итте, артабан ни эшләргә икәнен үҙең дә беләһең, - тигән дә, Ер ҡыҙы ла юҡҡа сыҡҡан.
Сәғит ауылына ҡайтып бөтә күргән- ишеткәндәрен ҡарттарға һөйләгән. Ләкин таштың ҡайҙа ятҡаны тураһында бер кемгә лә, бер ҡасан да әйтмәгән.
Шул көндән башлап был ауылға тыныслыҡ килгән. Был ваҡиғаларҙы ауыл халҡы быуындан-быуынға һөйләп килгәндәр. Хәҙер инде Сәғит тә күптән вафат булған. Ләкин ауыл халҡының күңелендә ул мәңгегә ҡалған.
Уның ғәскәре менән менеп киткән юлды "Бейек юл", ҡустыһын ҡалдырып киткән соҡорҙо "Ҡал мырҙа", урап төшкән юлын "Сәғит юлы" тип атай башлағандар. Ә Сәғит Ер ҡыҙы менән осрашҡан тау "Ер ҡыҙы" тауы тигән исем алған. Ә ауылды "Иман ташы" тип йөрөтә башлағандар.
«Шүрәле»
«”Уралым””” йыры яңғырай (С. Юлаев һүҙҙәре).
Азамат. Ошо йырҙы ишетһәм йөрәгемде ғорурлыҡ тойғоһо солғап ала. Матур бит ул беҙҙең яҡ.
Фидан. Нимәһе матур һуң уның? Вис бөткән бит инде.
Азамат. Ни эшләп бөтһөн ти ул. Тирә-яғыңа ипләберәк күҙ һал.
Фидан. Йә әйтеп ҡара.
Азамат. Урмандары ниндәй матур.
Фидан. Йүнле ағасы ла юҡ.
Азамат. Еҙем ниндәй таҙа йылға.
Фидан. Ҡып-ҡыҙыл булып аға.
Азамат. Йәнлектәр ҙә бында бик күп.
Фидан. Осратып ҡуйма бер үк.
Азамат. Һауаһы ла шундай таҙа.
Фидан. Унан беҙгә ни файҙа?
Азамат. Һин нимә кирегә һаплап ултыраһың әле?! Күпме бөйөк кешеләр тәбиғәтте һаҡларға, яҡларға тип оран һалғанда шундай һүҙҙәр һөйләүҙән оялырға кәрәк. Хатта Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов та тәбиғәтте һаҡлауға ҙур иғтибар бүлә. 2004 йыл юҡҡа ғына Тирә-яҡ мөхит йылы тип иғлан ителгәнме ни?! Унан башҡа күпме яҙыусыларыбыҙ, шағирҙарыбыҙ тәбиғәтте һаҡларға өндәй.
Фидан. Кемдәр инде ул?
Азамат. Ноғман Мусин, Рауил Бикбаев, Динис Бүләков…… …….. Күптәр улар. Әле генә түгел хатта бынан йөҙ йыл элек тә тәбиғәтте һаҡларға өндәгәндәр.
Фидан. Йөҙ йыл элек?! Кемдәр ул?
Азамат. Ғафури, Бабич, Туҡай
Фидан. Туҡай…? Нимә яҙған ул? “Шүрәле” тимәксе булаһыңмы әллә?
Азамат. “Шүрәлене” алһаҡ та була.
Фидан. “Шүрәлене” Туҡай яҙмаған бит ул. Ул бынан бер 10-15 йыл элек яҙылған.
Азамат. Нимә-ә?
Фидан. Ышанмаһаң, әйҙә тыңлап ҡарайыҡ.
Автор.Тап Ҡазан артында барҙыр бер ауыл – “Ҡырлай”, тиҙәр,
Фидан. Ауылдар ҡайҙа ла бар инде ул.
Автор. Йырлағанда, көй өсөн, “тауыҡтары йырлай”, тиҙәр.
Фидан. Тауыҡтар беҙҙә лә надайыл итеп бөтәләр.
Автор. Гәрсә унда тыумаһам да, мин бер аҙ торған инем,
Фидан. Хужалар беҙҙә оҙаҡ торламанылар шул.
Автор. Ерҙе аҙ-маҙ тырмалап, урған инем, һуҡҡан инем.
Фидан. Күп ҫуҡтылар, күп.
Автор. Ул ауылдың, һис онотмайым, һәр яғы урман ине,
Ул болон, йәшел үләндәр хәтфәнән юрған ине.
Фидан. Матур итеп иген сәсергә эшкинмәгәс баҫыуҙа үлән үҫә инде.
Автор. Ҙурмы, тиһәң, ҙур түгелдер, был ауыл бик кескенә,
Халҡының эскән һыуы бик кескенә инеш кенә.
Фидан. Кәнишне, ярты ауыл бер бәләкәй генә шишмәнән һыу ташый. Вәт Еҙем исмаһам элек матур булған.
Йыр ишетелә:
Йәмле Еҙем буйҙары, тәмле Еҙем һыуҙары.
Еҙем буйҙарында ҡалды йәшлегемдең йылдары.
Азамат.Һуң артабан һүҙ шүрәле тураһында түгелме ни?
Фидан. Ҡарап ҡарайыҡ.
Автор. Бик матур бер айлы кистә бер туған ике егет,
Киткәндәр урманға утынға, икеһе бер ат егеп.
Ҡусты. Ағай, ни эшләп былай һуңға ҡалып сыҡтыҡ ул?
Ағай. Шуны ла аңламайһыңмы әллә?
Ҡусты. (ҡаранып) Ә ниңә был яҡҡа барабыҙ? Унда ҡоро утын юҡ та.
Ағай. Беҙгә йәше лә бара.
Ҡусты. Ә беҙгә мәктәптә уҡытыусылар йәш ағәстарҙы ҡырҡмаҫҡа, ҡырҡһаң урмандар юҡҡа сыға тип әйттеләр. Беҙ шуға арнап шиғырҙар ятланыҡ, йырҙар өйрәндек.
Ағай. Беҙгә лә өйрәттеләр ул. Мин дә бер йыр беләм»:
Урмандарға керҡәң ағастарҙың,
Кәкереһен киҫмә төҙөн киҫ.
Гелән генә былай килеп булмай,
Эшләп ҡалайыҡ беҙ бөгөн кис.
Тпрру. Килеп еттек. Әйҙә эшкә тотона һалайыҡ.(Ҡустыһы балтаһын алып ерҙә ятҡан бер ағас янына барып ҡырҡа башлай) Һин нимә эшләйһең? Серек бит ул!
Ҡусты. Урман таҙарып ҡалыр.
Ағай. Һин таҙартҡандан ғына урман таҙарһа-а. Бына ошондайҙы (матур ғына бер ҡайынды күрһәтә) ҡырҡырға кәрәк.
Автор. Киҫә башлаған утынды балта менән туҡ та туҡ!
Йәйге төндөң ғәҙәтенсә, төн бер аҙ һалҡын икән,
Барса ҡош-ҡорт йоҡлаған булғанға, урман тын икән.
Шундай тын, яҡшы һауала беҙҙең утынсы иһә,
Алды-артты, уңды-һулды белмәйенсә, утын киҫә.
Балтаһы ҡулда, егет эштән бер аҙ туҡтап тора,
(төрлө тауыштар яңғырай)
Туҡта, сеү! Йәмһеҙ тауышлы әллә нәмә ҡысҡыра.
Һиҫкәнеп, беҙҙең егет ҡатып ҡала аяҡ үрә,
Аңламаҫтан ҡаршыһында әллә ниндәй ят күрә.
Нимә был? Ҡасҡынмы, енме? Йә өрәкме, нимә был!
Ҡот осорлоҡ, бик килешүеҙ, әллә ниндәй нәмә был!
Мороно кәп-кәкре бөгөлгәндер, тамам ҡармаҡ кеүек,
Төҙ түгел ҡулдар, аяҡтар ҙа, ботаҡ-тармаҡ кеүек.
Йылтырай, ялт-йолт киләләр эскә батҡан күҙҙәре,
Ҡот осор, күрһәң әгәр, төндә түгел – көндөҙҙәре.
Оло башлы, бәләкәй генә, ләкин кеше төҫлө үҙе,
Ус аяһындай булыр маңлайында мөгөҙө.
Бармаҡтары ла төҙ түгел, үҙенә табан кәкере.
Шүрәле. Бер ҙә шикләнмә, егет, һин, мин ҡараҡ-уғры түгел,
Юл да баҫмайым, шулай ҙа мин бик үк тоғро түгел.
Ғәҙәтем: урман бурҙарын штраф һалып бөлдөрәм,
Әле бына, һине күргәс, шатлығымдан һикерәм.
Ағай. Башҡа төрлө һөйләшеп булмаҫмы икән.
Шүрәле. Башҡа төрлө һөйләшергә кеҫә яғың нисек һуң.
Юҡһа минең ҡулдарым да, телем дә буш торһалар,
закон уйлай башлайҙар.
(Ағай Шүрәленең ауыҙына аҡса ҡаптыра, ҡулдарына аҡса тоттора. Шүрәле шатлана-шатлана китергә борола.)
Фидан. Бына ошолайтып тәбиғәттең бөтә байлығын бөтөрәбеҙ ҙә инде.
(Ҡапыл милиционер килеп сыға ла Шүрәленең ҡулдарынан тотоп ала.)
Милиционер. Әһә, ҡаптыңмы Шүрәле! Ялғандың ҡулы оҙон булһа ла, аяҡтары ҡыҫҡа ул. Әйҙә, киттек. Бөтәһе өсөн дә яуап бирәсәкһең!
Азамат. Барыбер тәбиғәттең ысын дуҫтары бар ул. Беҙгә лә шулай ысын тәбиғәт һаҡсыһы булып үҫергә кәрәк.
Гүзәлиә. Матурлығыңа һоҡланып,
Байлығыңа таң ҡалып,
Шундай йырҙар йырлағандар
Беҙҙең ата-бабалар,
Йәннәт баҡсаһылай күреп
Ҡәҙерләп һаҡлағандар.
Хәҙер һинең яҙмышҡайың
Ҡыл өҫтөндә торғандай,
Бар байлығың, матурлығың
Юҡҡа сығып барғандай.
Әлфиә. Һулар һауабыҙ бысрана,
Йылғалар ағыулана,
Бөтмәҫ тойолған урмандар
Көндән-көн сарыфлана.
Йәнлектәр, ҡоштар – урманда,
Сәскә-үләндәр – болонда,
Иген-ашлыҡтар – яланда
Кәмеп бара һаман да.
Зәңгәр генә болоттарға
Ағыулы газ ҡушыла,
Йәм-йәшел генә үләндәр
Һарғайыша ҡырҙарҙа,
Тонсоға алтын балыҡтар
Ағыуланған һыуҙарҙа.
Зөлфиә. Ер-әсәбеҙ ярҙам һорай:
Тәбиғәтте һаҡлайыҡ!
Ҡулдан килгәнде эшләйек:
Һулар һауабыҙ сафланыр - –
Ағастар ултыртайыҡ.
Күңелдәребеҙ ҡыуаныр –
Сәскәләр үҫтерәйек,
Ҡоштарҙы ла ҡайғыртып
Тағараҡтар эләйек.
Йәшәгән ерҙәребеҙе
Сүп-сарҙан таҙартайыҡ!
»»»»»«Таҙартыуың бер яҡшы,
Бысратмауың мең яҡшы!
Бөтәһе бергә. Ер-Әсәбеҙ тәбиғәткә
Миһырбанлы булайыҡ!
Әлегә һуң түгелдер бит?!
Бергәләп ҡуҙғалайыҡ.»»
Бөтәһе бергә йырлай.(Ҡартаямы ни ул йөрәк йырының көйөнә.)
Әкрен генә һиҙҙермәйсә
Беҙҙең тәбиғәт бөтә.
Үҙен үҙе яҡлай алмай
Беҙҙең ярҙамды көтә.
Һаҡланамы ни тәбиғәт
Ҡоро һүҙҙән үтмәһәк.
Һаҡлайыҡ тип оран һалып
Бер эш тә эшләмәһәк.
Топонимик һүҙлек
Айыу осҡан – Еҙем буйындағы ҡая
Аҡташ -– Имәндәштән аҫҡараҡ Еҙемдең уң яғындағы тау һәм ауыл
Алыпҡара -– Еҙемдең уң ярында, Ташаҫты ауылынан ике саҡрым өҫтәрәк урынлашҡан ҡая
Арал – Еҙем икегә айырылғандан барлыҡҡа килгән утрау
Арҡайорт -– урман эсендә, тау башындағы ялан, имәндәш ауылынан көнсығышҡа 2 саҡрым .
Биштәкә –- ике Еҙемдең ҡушылған урынындағы ялан
Борхатау -– Еҙемдең һул яҡ ярындағы тау. 18 саҡрым
Борхантүбә -– Борхатау
Боташ -– Имәндәштән көньяҡтағы урман
Бүлсәр -– Имәндәштән көнсығыштағы бәләкәй генә тау
Бәрҙәште -– Арҡайорттоң аръяғындағы ялан
Бәле тауы -– Юрмаш ауыланан өҫтәрәк, Еҙемдең уң яғындағы тау
Бәләмбикә –- Өстирәк эргәһендәге соҡор
Көләмзә -– Тайыш ауылы эргәһендәге ятыу
Күл тамағы – ике Еҙем ҡушылған ер.
Ғабдрахман соҡоро – Имәндәш ауылының түбән яғында
Дубник–- Имәндәш менән Ҡарағай араһындағы урман.
Зарник -– Имәндәштән өҫтәрәк Еҙем ятыуы
Имәндәш- Еҙемдең һул ҡушылдығы. Имәндәш аша аға
Йомабикә - Имәндәштең көньяҡ- көнбайышындағы йылға.
Йәмилә тауы -– Имәндәштең көнсығышында урынлашҡан тау.
Келәт йылғаһы – Тайыштың төньяғындағы йылға.
Киндерле -– мәмерйә, Еҙемдең уң ярында, Ташаҫты ауылынан 6 саҡрым
Кәбәнташ – Уҡлығая түбәһе.
Күкташ –- Еҙем буйындағы ҡая
Ҡалмырҙы -– Арҡайортҡа менгән ерҙәге соҡор
Ҡамышаҡлан – Өлтөндөң арғы яғы.
Ҡолама –- Ташаҫтының эргәһендәге ялан
Морат – Тайыш ауылындағы шишмә
Шәйембәт -
Өлтөн – Тайыш ауылының көнбайышындағы тау мороно
Өскөбө –- Юрмаш эргәһендәге ялан
Өстирәк -– Еҙем ятыуы, Имәндәштән түбәнерәк
Сәғит юлы -– Йәмилә тауы эргәһендәге тау юлы–
Селәнуй –- Имәндәштән көнсығыштағы тау башындағы аҡлан
Сереккүл – Әлүш (Ғәббәс) быуаһы эргәһе.
Суйын төбө -– Ташаҫты ауылынан өҫкәрәк Еҙемдең һул яры
Сыуалташ –- Киндерле мәмерйәһенең ҡаршы яры
Тайһуйған
Ташйылға –- Урмандағы йылға. Еҙемдең һул ҡушылдығы. Имәндәштән көнсығышҡа бер саҡрымда
Ташйүгән
Ташморон –- Ташаҫты ауылынан аҫтараҡ ятыу
Теләпәй – Имәндәштең көнбайышындағы урман
Тимерғол – Уҡлығаяның Ташаҫты яҡ итәге.
Туҡмаҡ –- Имәндәш ауылы осондағы йылға
Ужак – Имәндәш ауылынан аҫтараҡ Еҙем ятыуы.
Уҡлығая – Тайыш һәм Ташаҫты ауылдары араһындағы ҡая
Һарыташ -– Еҙем буйындағы ҡая
Һикеташ -
Һолтанморат –- Йәмилә тауының икенсе исеме
Ырғыҙы –- Имәндәш ауылының көньяғындағы тау.
Әбей осҡан – Еҙем буйындағы ҡая.
Әбелкәрим -– Ташйылға тамағандағы яр, Имәндәштән көнсығышҡа бер саҡрымда
Әбсәләх ботамаһы – бүлсәрҙең аръяғы
Әлүш быуаһы -– Имәндәш ауылынан өс саҡрым аҫҡараҡ
Әхтәм юлы
Юрмаш –- Ташаҫты ауылынан өҫтәрәк Еҙемдең уң ҡушылдығы
Ямансурман -– Юрмаш менән Имәндәш ауылдары араһындағы урман
Умырзая
Ҡар аҫтынан иң беренсе булып
Кескәй үҫентеләр күренә.
Яҙҙың тәүге ихлас сәләмдәрен
Умырзая бирә еремә
Ҡыҫҡа булла, әммә сағыу булла.
Үтмәйҙер был ғүмер заяға.
Башҡаларға юлды башлап биреү
Тапшырылған умырзаяға
Тәүге юл башлаусы. Бындай яҙмыш
Бик күптәргә үрнәк булырлыҡ.
Бер миҙгеллек булған был сәскәгә
Мәңгелеккә һәйкәл ҡорорлоҡ.
Ҡар аҫтынан иң беренсе булып
Кескәй умырзая күренде.
Ошо сәскә яңы тормош башлар.
Йәшеллеккә күмер еремде.
Оран
Ошо көстәр беҙгә йәшәү бирә.
Ошо көстәр беҙгә ҙур дауа.
Уларҙан да мөһимерәк ни бар?
Ер! Һыу! Һауа! Ер! Һыу! Һауа!
Тик тәбиғәт төпһөҙ келәт түгел.
Аҙағына бер саҡ етербеҙ.
Бөгөнгөнән бары бушлыҡ ҡалһа,
Киләсәккә ниҙәр әйтербеҙ.
Эй, кешелек! Аҡылыңды күпме
Тәбиғәттән өҫтөн ҡуйма һин
Беҙгә әсә булған ошо ҡәҙерле ер
Үгәй бала булып ҡуймаһын.
Һәр беребеҙ шуны уйлаһын